Сибай институтында күренекле прозаик, драматург, Башҡортостан Республикаһының С. Юлаев исемендәге премия лауреаты Т.Х. Ғарипова менән осрашыу үтте

0

12 декабрь БДУ-ның Сибай институтында күренекле прозаик, драматург, Башҡортостан Республикаһының С. Юлаев исемендәге премия лауреаты Т.Х. Ғарипова менән осрашыу үтте. Осрашыу әҙибәнең юбилей турнэһы сиктәрендә ойошторолдо.

Сара башында Сибай институтының социаль эштәр буйынса директор урынбаҫары, п.ф.к., доцент С.Н. Чернов, Таңсулпан Хисбулла ҡыҙын юбилейы уңайынан ҡотлап, уға институт администрацияһы, уҡытыусылар һәм студенттар исеменән бүләк тапшырҙы. Студенттар яҙыусының ижадын ҙур ҡыҙыҡһыныу менән өйрәнә һәм улар яратып уҡыған “Бөйрәкәй” роман-эпопеяһының төп героиняһы Мәҙинәнең атта сабып барған һүрәтен ташта һынландырған ине.

Осрашыу артабан Т. Ғарипованың Сибай ҡалаһына бәйле хәтирәләренә, иҫтәлекле ваҡиғаларына байҡау яһау менән дауам итте. Студенттар яҙыусының тормош юлы һәм ижады буйынса һорауҙар бирҙе. Улар айырым әҫәрҙәрҙең яҙылыу тарихы, яҙмышы менән ҡыҙыҡһынды. Хәҙерге башҡорт әҙәбиәтенең үҫеше, тәнҡит торошо тураһында һорауҙар бирҙе. Осрашыу барышында Т. Ғарипова әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған спектаклдәрҙән өҙөктәр ҡаралды һәм анализланды. Уларҙан сығып, хәҙерге замандың актуаль проблемалары тураһында фекер алышыу үтте. Йәштәр, әҙибәнең “Бәхеткә ҡасҡандар” спектаклен ҡарағас, хәҙерге заманда ҡырҡыу торған проблемаларҙың береһе – ғаиләлә, йәмғиәттә ҡатын-ҡыҙҙың һәм ир-егеттең урынын асыҡларға тырышты. Уларҙың фәлсәфәүи фекерҙәре бөгөнгө заман проблемаларына бәйләнде: ир-егеттәрҙең күбеһе ғаиләһен аҫрау ихтыяжынан Себер тарафтарында булғанда нисек ир балаларға атай тәрбиәһе бирергә, нисек ысын ир-егет итеп үҫтерергә. Студенттар ошо һәм башҡа актуаль проблемаларғы ҡарата яҙыусының фекере, ҡарашы менән ҡыҙыҡһынды. Шулай уҡ Т. Ғарипованың тормошсан әҫәрҙәре буйынса фильмдар төшөү яҡшы булыр ине, тигән теләктәрен дә әйтте. Студенттарға айырыуса әҙибәнең халыҡ ижады ынйыларын – эпостарҙы яңы форматта, йәғни фантасмогория, мюзикл формаһында, тәҡдим итеүе оҡшаны.

Бынан тыш осрашыуҙа Т. Ғарипова еткәселегендә Сибай телевидениеһында эш башлаған, хәҙерге көндә институтта эшләгән уҡытыусылар сығыш яһаны. Улар Таңсулпан Хисбулла ҡыҙына кәңәштәре һәм ярҙамы өсөн ҙур рәхмәттәрен еткерҙе. Сараны Сибай институтының “Ете ырыу” халыҡ бейеүҙәре ансамбле башҡарыуында “Башҡорт сувериры” бейеүе, Динара Йәрмөхәмәтова башҡарыуында “Ҡыңғырау сәскә” бейеүе биҙәне. Зөбәйҙә Ҡоломбәтова башҡарыуында “Йәшлек тауы”, педагогика факультеты егеттәре башҡарыуында “Салауат”, Әлфиә Йәнбәкова менән Илүзә Йәнғолова башҡарыуында Т. Ғарипова һүҙҙәренә яҙылған “Һаҡмар һылыуы” йырҙары яңғыраны. Педагогика факультетының башҡорт һәм рус филологияһы кафедраһы эргәһендә эшләп килгән “Инеш” ижад түңәрәгенең ағзалары юбилярға арналған шиғырҙарын уҡыны.

Т.Х. Ғарипова менән осрашыу бик фәһемле һәм йөкмәткеле булды. Яҡташыбыҙға ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә именлеге, уңыштар, ҡаҡшамаҫ рух һәм ижад ҡомарының һүрелмәүен теләйбеҙ!

Г.Х. Сәмерханова, 
Сибай институтының башҡорт һәм  рус филологияһы кафедраһы доценты

 
По теме
Каждому животному нужен дом Некоторые люди, решаясь на приобретение животного в качестве домашнего питомца, не осознают всей ответственности.
Его суть в том, чтобы жители региона, которые ездят работать на Север вахтовым методом и, возможно, предпочитают именно такой формат занятости, с длительными промежутками нахождения на работе и свободного времени,
Операторы БПЛА из Башкирии имеют успехи в зоне СВО - Аургазинский вестник Беспилотниками управляли бойцы с позывными "Африка" и "Бургер". В зоне проведения специальной военной операции оператор БПЛА с позывным "Африка" из башкирского батальона, именуемого в честь Героя России Минигали Шаймуратова,
Аургазинский вестник
телеграм-канал министра спорта РБ Руслана Хабибова - Башинформ Фото:телеграм-канал министра спорта РБ Руслана Хабибова В Башкирии в 2024 году на ремонт и реконструкцию 11 спортивных объектов из республиканского бюджета будет выделено более 125 млн рублей.
Башинформ
Совет по качеству - ГБУЗ РБ ГКБ №13 28 марта в ГБУЗ РБ ГКБ № 13 г. Уфа состоялся 34 Совет по качеству.  Понятие «качество» многогранно.
ГБУЗ РБ ГКБ №13
Конкурс чтецов выявил много одарённых студентов-медиков, влюблённых в поэзию. - Красное Знамя 21 марта в Нефтекамской городской больнице совместно с будущими коллегами из Нефтекамского филиала Бирского медико-фармацевтического колледжа прошёл праздник, посвящённый Всемирному дню поэзии.
Красное Знамя
ПОЗДРАВЛЯЕМ! С Юбилеем!!! - РКИБ Сегодня у нас аж целых два юбилея - у заведующего инфекционным отделением №2, врача-инфекциониста Розы Зуфаровны Гумеровой и Алёны Наиповны Бургановой – врача-инфекциониста, к.м.н., доцент кафедры инфекционных болезней БГМУ.
РКИБ
В ФБУ «ЦСМ им. А.М. Муратшина в Республике Башкортостан» состоялось профсоюзное собрание - Центр стандартизации, метрологии и сертификации В ФБУ «ЦСМ им. А.М. Муратшина в Республике Башкортостан» подвели итоги выполнения в 2023 году социальных обязательств со стороны руководства и деятельности профсоюзной организации, членами которой являются 100 процентов сотрудников.
Центр стандартизации, метрологии и сертификации
Мелким бесом «Чичиков» внедрился в НМТ… - Вечерняя Уфа В Национальном Молодежном театре РБ имени Мустая Карима 5 апреля пройдет премьера спектакля «Брат Чичиков», в основу которого положено знаменитое произведение Николая Васильевича Гоголя «Мертвые души»,
Вечерняя Уфа